Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИГНАТОВКА, Шишмә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1366

ИГНАТОВКА, Шишмә р‑нындағы ауыл, Шишмә а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. К. табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 187 кеше; 1939 — 206; 1959 — 257; 1989 — 381; 2002 — 324; 2010 — 364 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана бар.

Ауылға Өфө өйәҙендә нигеҙ һалына, 1896 й. алып Игнатьеваның (Корсакованың; 1 йортта 6 кеше йәшәгән) утары булараҡ билдәле. 1920 й. Игнатьевтар утары, 1939 й. Игнатьевка а. булараҡ теркәлгән. 50‑се йй. башынан хәҙ. исемен йөрөтә. 60‑сы йй. ҡарай И. 20 б. башында нигеҙ һалынған Карсаковка, 1‑се Маковка, 2‑се Маковка аа. ҡушылған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: