МАРТЕМЬЯНОВ Владимир Семёнович
МАРТЕМЬЯНОВ Владимир Семёнович (9.9.1937, Топки ҡ. — 23.2.2012, Зеленоград ҡ.), физик‑химик. Химия фәндәре докторы (1987), профессор (1989). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1959) СССР ФА‑ның Химик физика институты филиалында (Мәскәү өлкәһе Черноголовка ҡсб) эшләй. 1971 й. алып БДУ‑ла: химик кинетика, 1979—90 йй. физик химия һәм химик кинетика кафедралары мөдире. 1991 й. башлап Микромагнитоника институтының (Мәскәү ҡ.) фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары, 1994 й. — Айырыуса таҙа материалдар ҒТИ‑нда төп ғилми хеҙмәткәр һәм баш инженер, 1998 й. — “Ангстрем” ААЙ‑нда (икеһе лә — Зеленоград ҡ.) лаборатория мөдире һәм 2002 й. алып баш ғилми хеҙмәткәр. Фәнни эшмәкәрлеге кислород ингән полифункциональ органик берләшмәләрҙең радикал‑сылбырлы, ш. иҫ. ингибирланған, окисланыуының кинетик законлыҡтарын һәм механизмын тикшереүгә, интеграль микросхемалар етештереү өсөн айырыуса таҙа реагенттарҙы табыуға арналған. М. тарафынан 220°С тиклемге температураларҙа ҡатмарлы эфир берләшмәләренең окисланыу реакциялары механизмының үҙенсәлектәре асылған, нефтехимия синтезы продукттарының, ш. иҫ. юғары температуралы синтетик ҡатмарлы эфир майҙарының, окисланыуға ҡаршы стабилләштереү ысулдары уйлап табылған.
Х е ҙ м.: Специфика начальных стадий окисления сложных эфиров //Доклады Академии наук СССР. 1984. Т.276. №6 (авторҙ.); Интермедиаты, определяющие специфику окисления сложных эфиров //Нефтехимия. 1986. Т.26. №6.
А.Я.Герчиков
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов