Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАҠЫР

Просмотров: 1323

БАҠЫР (Cuprum), Cu, Д.И.Менделеев периодик системаһының I төркөм химик элементы. Тәбиғәттә Б. 2 тотороҡло изотобы бар. Алһыу ҡыҙыл төҫтәге йомшаҡ һәм еңел сүкелә торған металл. Тығыҙлығы 8920 кг/ м3, tиреү 1083,4°С, tҡайнау 2567°С, Моос б‑са ҡатылығы 3,0, Бриннелль б-са — 370—420 МПа. Уға юғары кимәлдә йылы һәм электр үткәреүсәнлек, үҙлелек хас. Б. водородты эретә, водород Б. механик үҙенсәлектәрен насарайта (водород ауырыуы). 185°С түбән т‑раларҙа ҡоро һауаның, кислородтың Б. йоғонтоһо аҙ, дымлы һауа һәм углерод диоксиды тәьҫирендә уның өҫкө йөҙөндә йәшкелт зәңгәр төҫтәге плёнка барлыҡҡа килә. Азот к‑таһы, галогендар, көкөрт, селен м‑н реакцияға инә, окисландырыусылар ҡатнашлығында — тоҙ, шыйыҡланған көкөрт, уксус к‑талары м‑н. Комплекслы берләшмәләр барлыҡҡа килтереүгә, пропорцияһыҙланыуға һәләтле. Б. етешмәүе үҫемлектәр (эшкәртеү ауырыуы, экзантема) һәм хайуандарҙың (анемия) төрлө ауырыуҙарына килтерә. Б. бөтә тоҙҙары ағыулы (лайлалы тиресәне ҡуҙғыта, аш һеңдереү юлдарын һ.б. зарарлай), ПДК 1 мг/ м3. Башҡортостанда Б. етештереү 18 б. Архангел баҡыр иретеү заводы, Богословский заводы, Богоявленск заводы, Воскресенка заводы, Ҡананикольск заводы, Верхотор заводы һ.б. тау заводтарында башлана. Ҡара Б. шахта мейестәрендә иретеп (тәүлегенә 200—300 бот), таҙа Б. үртәү һәм ҡабатлап иретеүҙе эҙмә‑эҙлекле алмаштырыу юлы м-н алғандар. Беренсел таҙартыу — ҡайтарғыс (шплейзофен) горндарҙа, һуңғыһы таҙартыу (гармахер) йәки штык мейестәрендә башҡарылған. Ҡайһы бер заводтарҙа таҙа Б. артабан эшкәрткәндәр (табаҡлы Б. прокатлау һ.б.). 18 б. 5 млн боттан ашыу таҙа Б. (табаҡлы һәм штыкланған) иретеп алына, был Рәсәй һәм Урал баҡыр‑иретеү заводтары етештергән дөйөм продукция күләменең 67,5%‑ын тәшкил итә. 19 б. ҡайһы бер рудниктарҙа етештереүсәнлекте күтәрер өсөн мәғдәнде байытыу ысулы индерелә (ҡара: Флотация). Көньяҡ Урал заводтарында Рәсәйҙә етештерелгән бөтә Б. 29%‑ы иретелә. Еҙ һауыт‑һаба етештереүсе фабрикалар төҙөлә. БР‑ҙа Б. концентраттарын Бүребай тау‑байыҡтырыу комбинатында, Учалы тау‑байыҡтырыу комбинатында алалар. Шламдар һәм концентраттар артабан эшкәртеү өсөн Урта һәм Көньяҡ Урал заводтарына оҙатыла (Ҡарабаш, Медногорск, Рәүҙе һ.б. ҡҡ.). Табылған Б. (Б. миҡдары 99,9%‑тан кәм булмаған) 50%‑тан ашыуы — электротехникала электр ҡулайламаларының ток үткәреүсе киҫәктәрен етештереүҙә, радиоэлектроникала фольга сифатында файҙаланыла. Б. ш. уҡ йылы алмаштырғыстар, һыуытҡыстар, вакуум аппараттары һ.б. өсөн деталдәр эшләйҙәр. Б. 30%‑тан ашыуы иретмәләр (бронза, еҙ, мельхиор һ.б.), ш. иҫ. художестволы әйберҙәр (ҡара: Миҙал эшләү сәнғәте, Нәфис металл сәнғәте, Скульптура) эшләүҙә ҡулланыла. Б. күп өлөшө (10—12%) йоғошһоҙландырыусы, бәйләүес саралар, инсектофунгицидтар, микроашламалар, пигменттар, катализаторҙар етештереүҙә, гальванотехникала һ.б. ҡулланыла. Шулай уҡ ҡара: Башҡортостан баҡыр‑көкөрт комбинаты.

Н.В.Давиденко

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.05.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: