Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫҪТЫБЫЙ

Просмотров: 1430

ҠЫҪТЫБЫЙ, башҡорт аш-һыуының традицион аҙығы. Татарҙарҙа һәм байтаҡ Урта Азия халыҡтарында осрай. Башҡорттарҙа Ҡ. — сөсө ҡамырҙан әҙерләнеп, эсенә иҙелгән картуф йәки тары бутҡаһы һалынған бәләкәй генә бәлеш. Ҡамыр йоҡа итеп йәйелә, ҡыҙҙырылған ҡоро табала бешерелә. Йәймәнең яртыһына эслек һалып, икенсе яртыһы м‑н ҡаплайҙар; остары бөрөлмәй. Ҡ. майлап һәм табынға йылы килеш бирәләр. Ҡ. ғәҙәттә көн һайын йәки байрам табынына бешерелә, уны өмәселәр өсөн дә әҙерләйҙәр (ҡара: Өмә).

Әҙәб.: Шитова С.Н., Гаделгареева Р.Г. Злаки в повседневной, праздничной и обрядовой пище башкир в конце XIX — начале XX в. //Хозяйство и культура башкир в XIX — начале XX в. М., 1979.

Э.В.Миһранова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019