Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫУЫШ

Просмотров: 1153

ҠЫУЫШ, башҡорт йәйләүҙәрендә осло йәки ике ҡыйыҡлы итеп эшләнгән ваҡытлы торлаҡ. Башлыса ҡайындан, уҫаҡтан, ҡарағайҙан эшләнгән. Ике ҡыйыҡлы Ҡ. каркасы сатрашлап бәйләнгән 2—3 пар һайғауҙан, арҡыры һалынған баҫрауҙан (оҙонлоғо 2 м ашыу) һәм горизонталь йәки вертикаль һалынған ботаҡтарҙан, осло Ҡ. — 3—4 йыуан (бейеклеге 2—4,5 м, өҫкө яҡтары осҡа ҡарай ҡыйшайтып ҡуша бәйләнгән) һәм 10—15 нәҙек һайғауҙан ҡоролған. Ҡ. ҡабыҡ, туҙ, транса, үлән, кейеҙ м‑н япҡандар. Ныҡ ултырһын өсөн ауыр әйбер (баҫтырыҡ) һәм кәҫ м‑н баҫтырғандар, ҡайһы саҡта осло Ҡ. бау һәм сыбыҡ м‑н уратып бәйләгәндәр, тирәс м‑н нығытҡандар. Ҡ. ауыҙына кейеҙ, таҡта йәки туҙҙан эшләнгән ҡыҫан ҡуйғандар. Ғәҙәттә ер иҙәнле булған, үлән, кейеҙ, балаҫ йәйгәндәр, һирәгерәк таҡта түшәгәндәр. Ике ҡыйыҡлы Ҡ. Башҡортостандың төньяҡ һәм көнбайыш төбәктәрендә, осло Ҡ. Урал аръяғында, үҙәк һәм көньяҡ-көнсығыш (башлыса тау-урман һәм урман-дала райондарында) төбәктәрҙә таралған була. Ултыраҡ тормошҡа күскәс, Ҡ. бесән, ураҡ мәлендә хужалыҡ ҡаралтыһы (яңы тыуған быҙауҙарҙы, бәрәстәрҙе һ.б. тотоу, аҙыҡ-түлек һаҡлау өсөн) итеп файҙалана башлағандар, уны ҡайһы ваҡыт мөгәрәп өҫтөнә, ш. уҡ эҫе көндәрҙә ял итеү урыны итеп өй эргәһенә ҡорғандар. Ҡ. оҡшаш ҡаралтылар Волга буйы һәм Көнсығыш Европаның (башлыса ике ҡыйыҡлы), Көнбайыш Себер һәм Урал буйының (осло Ҡ.) күп халыҡтарында булған.

С.Н.Шитова

Тәрж. М.В.Хәкимова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: