Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАҒАЗОВ Риза Шәйехйән улы

Просмотров: 1484

МАҒАЗОВ Риза Шәйехйән улы [10.3.1932, БАССР‑ҙың Ҡырғыҙ‑Миәкә р‑ны Яңы Ишле а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны)], микробиолог. БР ФА акад. (1991), Сыуашстан Респ. ФА‑ның почётлы акад. (1994), мед. ф. д‑ры (1986), проф. (1988). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (2004), БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1980), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1960). А.Ш.Мағазовтың ҡустыһы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1955) Миәкә һәм Әлшәй р‑ндарының үҙәк район дауаханаларында эшләй (1957 й. алып баш табип); 1965 й. башлап Респ. клиник дауаханаһының баш табибы. 1978 й. алып Өфө вакциналар һәм сывороткалар ҒТИ дир., 1988—95 йй. “Иммунопрепарат” ҒПБ‑ның ген. дир., 1991—2006 йй. БР ФА Мед. фәндәре бүлексәһенең акад.‑секретары, 1996—2008 йй. Рәсәй мед. ФА‑ның Башҡ‑н ғилми үҙәге директоры. Фәнни эшмәкәрлеге микробиология, иммунология һәм биотехнология проблемаларына; иммунитет булдырыу механизмдарын, вакциналарҙың һөҙөмтәлелеген өйрәнеүгә, инфекцион ауырыуҙарҙы специфик иҫкәртеү, уларға диагностика яһау һәм дауалау өсөн иммунобиол. препараттар булдырыуға, ауыл халҡына махсус мед. ярҙамы күрһәтеүҙе камиллаштырыуға, йоғошһоҙ ауырыуҙарҙы иҫкәртеүгә һәм сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыуға арналған. М. ҡатнашлығында тартышыу ауырыуына, ботулизмға һәм газлы гангренаға ҡаршы сорбирланған секстаанатоксин, шартлы патоген микроорганизмдарға ҡаршы ҡатнаш вакцина һ.б. эшләп сығарыла. 140‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы. БР ЮС‑ының 12‑се саҡырылыш депутаты. Ҡол Ғәли ис. халыҡ‑ара пр. (2001), СССР МС‑ы пр. (1985) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), Халыҡтар дуҫлығы (1986), “Почёт Билдәһе” (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Совместимость вакцин при комплексной и ассоциированной иммунизации. Уфа, 1996 (авторҙ.); Геморрагическая лихорадка с почечным синдромом: актуальные проблемы эпидемиологии, патогенеза, диагностики, лечения и профилактики. Уфа, 2006 (авторҙ.); Иммунопрофилактика. Уфа, 2014 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.09.2021
Шәхестәр:
Связанные статьи: