Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАКАРОВА Людмила Васильевна

Просмотров: 648

МАКАРОВА Людмила Васильевна (16.3.1924, Ишем ҡ. — 29.8.2018, Өфө ҡ.), педиатр, инфекционист. Медицина фәндәре докторы (1978), профессор (1979). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1968). БДМИ‑ны тамамлаған (1946), 1949—53 йй. Өфө фельдшер‑акушерлыҡ мәктәбе уҡытыусыһы. 1950—96 йй. БДМУ‑ла эшләй (1974—86 йй. балаларҙың инфекцион ауырыуҙары кафедраһы мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге дизентерияның, туберкулёз менингитының, хроник пневмонияның патогенезын тикшереүгә, эсәк инфекциялары ваҡытында аш һеңдереү ағзалары эшмәкәрлегенең функциональ торошон, балаларҙа ашҡаҙан аҫты биҙенең фермент системаһы боҙолоуҙарын өйрәнеүгә, дауалау туҡланыуы мәсьәләләренә һ.б. арналған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.08.2022