Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЕЛКУМОВ Георгий Арташесович

Просмотров: 708

МЕЛКУМОВ Георгий Арташесович (7.11.1925, Сәмәрҡәнд ҡ.), фтизиатр. Мед. ф. д‑ры (1972), проф. (1974). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре(1986), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1967). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Сәмәрҡәнд мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1956) Ҡаған һәм Сәмәрҡәнд ҡҡ. туберкулёз диспансерҙарында эшләй, 1963 й. алып Ҡаҙағстан туберкулёз ҒТИ‑нда (Алма‑Ата ҡ.): өлкән ғилми хеҙм‑р, 1964 й. — фән б‑са дир. урынбаҫары. 1978—2000 йй. БДМУ‑ла (1990 й. тиклем туберкулёз каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге һөнәри ауырыуҙар м‑н бергә барған туберкулёздың, оло йәштәгеләр һәм ҡарттар туберкулёзының клиникаһына һәм дауалау проблемаларына арналған. М. ҡатнашлығында үпкә вентиляцияһы артыҡ һәм һөҙөмтәһеҙ булған туберкулёз м‑н ауырығандар өсөн дауалау физкультураһын ҡулланыу методикаһы эшләнә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы. Башҡ‑н фтизиатрҙары йәмғиәте рәйесе (1978—2000). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1985).

Х е ҙ м.: Противотуберкулёзная служба на промышленных предприятиях. Алма‑Ата, 1974. 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019