Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОМЕТАЛАР

Просмотров: 1112

КОМЕТАЛАР (гр. kometes — оҙон сәсле), Ҡояш системаһының ныҡ һуҙылған орбиталары буйлап хәрәкәт итеүсе күк есемдәре. Үҙәгендә төйөрө (ядро) булған аҙ ғына яҡтыртыусы томанлы объект күренешендә булалар. К. ядроһы — туңған һыуҙан, углеродлы газдан, метан һәм аммиактан, туҙан өлөшсәләренән һәм ташлы матдәләрҙән торған боҙло есем. Комета Ҡояшҡа яҡынайған саҡта боҙ ҡояш йылыһынан иреп парға әйләнә башлай, ә осоп сыҡҡан газ ядро тирәһендә К. “башы”, йәки кома тип аталған тоноҡ яҡтыртыусы сфераны һәм Ҡояштан икенсе яҡҡа йүнәлгән “ҡойроҡто” барлыҡҡа килтерә. К. баштарының күҙгә күренгән арҡыры үлсәмдәре 10 меңдән 1 млн км тиклем тәшкил итә, ҡойроҡтарының оҙонлоғо 100 млн км ашыу. К. төрҙәре: ҡыҫҡа ваҡытлы, орбиталары эклиптика яҫылығы эргәһендә ята (әйләнеш ваҡыты 6‑нан 200 йылға тиклем); оҙон ваҡытлы, орбиталары башлыса Ҡояш системаһының төп яҫылығына һыймай (ваҡыты меңәрләгән йылдар м‑н иҫәпләнә). Йыл һайын 5—10 К. асыла, уларҙы, асыу йылын һәм перигелий аша үтеүенең тәртип һанын (рим цифраһы) күрһәтеп, ғәҙәттә тәүге асыусының исеме м‑н атайҙар. К. асыу һәм уларҙы күҙәтеү т‑дағы мәғлүмәт Халыҡ-ара астрономия союзы үҙәгендә дөйөмләштерелә. Башҡортостанда 1996 й. киске күктә ябай күҙ м‑н яҡты Хиякутаке һәм 1997 й. Хейл—Бопп К. күҙәтергә мөмкин булған.

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: