Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОНДРАТЬЕВ Алексей Александрович

Просмотров: 1298

КОНДРАТЬЕВ Алексей Александрович [18.5.1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Дүртөйлө а. (БР‑ҙың Шаран р‑ны) — 17.1.2012, Өфө, тыуған ауылында ерләнгән], инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1974), проф. (1977). Сыуашстан Респ. Милли фән һәм сәнғәт акад. почётлы ағзаһы (2001). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1993), Сыуашстан Респ. атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1995). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1989). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1953) 1999 й. тиклем шунда уҡ эшләй (1964—87 йй. химик технология процестары һәм аппараттары каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре нефть фракциялау процестарына арналған. К. ҡатнашлығында ҡатмарлы ректификация колонналарын иҫәпләү программаһы уйлап табыла, баҫым даими булғанда икенән артыҡ компонентлы азеотроп ҡатышмаларҙың айырылыу, сеймалды бер нисә тапҡыр индереү юлы м‑н колонналарҙың сағыштырма етештереүсәнлеген арттырыу мөмкинлеге нигеҙләнә. Ҡайһы бер асыштары БР-ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре НЭЗ‑дарында индерелгән. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 84 уйлап табыу авторы. Өфө сыуаш мәҙәниәте клубы (1986—89), БР‑ҙың сыуаш мәҙәниәте йәмғиәте (1989—98) рәйесе.

Хеҙм.: Проектирование установок первичной переработки нефти. М., 1975 (авторҙ.); Юртов — первый просветитель мордовского народа. Уфа, 2004; Деятели науки и культуры народов Поволжья и Приуралья. Уфа, 2005. Вып. 1 (авторҙ.).

Н.А.Самойлов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019