Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОСМОЛОГИЯ

Просмотров: 1358

КОСМОЛОГИЯ (космос һәм ...логия), астрономия бүлеге, Ғаләмдең дөйөм үҙенсәлектәрен өйрәнә. Боронғо космологик тәғлимәттәр башлыса һүрәтле моделдәр һәм мифтар була. Хәҙ. К. бөтә Ғаләмдең үҙенсәлектәрен бер ни тиклем аңлауҙы үҙ эсенә алған Метагалактика төҙөлөшө һәм үҙгәреү динамикаһының астрофизик теорияһы булып тора. Ул Галактиканы һәм башҡа йондоҙ системаларын астрономик күҙәтеүҙәргә, дөйөм сағыштырмалылыҡ теорияһына, микропроцестар һәм энергияның юғары тығыҙлыҡ физикаһына, релятив термодинамикаға һәм байтаҡ яңы физик теорияларға нигеҙләнә. Хәҙ. фәнни мәғлүмәттәр сикләнгән системаға — Метагалактикаға ғына ҡағыла һәм Метагалактика үҙенсәлектәрен һәр ваҡыт ябай ғына итеп бөтә Ғаләмгә күсерергә ярамай. К., фундаменталь фән булараҡ, донъя ҡоролошон төрлөсә аңлаған төрлө фәлс. концепциялар м‑н бәйле. Башҡортостанда космологик идеялар Б.С.Ғәлимов (донъя картинаһының формалашыуы, эшмәкәрлеге һәм үҫешенең логик, гносеологик һәм методологик проблемаларын тикшерә), Н.Ғ.Миһранов (релятив космология), М.Х.Харрасов (синергетика проблемалары) хеҙмәттәрендә күрһәтелгән. Башҡорттарҙың космологик ҡараштары халыҡ ауыҙ-тел ижадында сағылыш тапҡан (ҡара: “Урал батыр”).

Әҙәб.: Галимов Б.С. Принцип развития в основаниях научной картины природы. Саратов, 1981.

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: