Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОТОҠ, төбәк

Просмотров: 1022

ҠОТОҠ, Ҡотоҡ‑Сумған, төбәк, Мәләүез р‑нындағы тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965—2014). Башҡортостан милли паркы терр‑яһында урынлашҡан. Сиктәре: төньяҡта — Нөгөш й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы), көнсығышта — Кибез һырты, көньяҡта — Йомағужа һыуһаҡлағысы, көнбайышта — Ямантау һырты. Оҙонлоғо 20 км, төньяҡта киңлеге 4 км, көньяҡта — 6 км. Майҙаны 100 га. Төбәк буйлап ҡушылдыҡтары м‑н Ҡотоҡ й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) аға. Ҡ. 112 мәмерйә, ш. иҫ. Зигзаг, Ҡасабай, Ключ, Сумған, Ҡотоҡ мәмерйәләре; карст тоннеле (оҙонлоғо 29 м, киңлеге 6 м, бейеклеге 4—6 м, түбә ҡалынлығы 6—8 м), карслы ҡалдыҡ тауҙар (бейеклектәре 10 м), тоҡ һымаҡ Ташлы өй үҙәне (оҙонлоғо 400 м, киңлеге 60—80 м, тәрәнлеге 150 м), Күккүл (тәрәнлеге 8 м, диам. 40 м) һәм Ҡотоҡ (тәрәнлеге 21,5 м, диам. 90 м) карст күлдәре, Синий (дебиты 0,7—1,0 л/с) һәм Соҡорай (2,8 л/с) воклюз сығанаҡтары бар. Өҫкө девон һәм аҫҡы карбон эзбизташтарынан тора; карст үҫешкән. Ландшафы төньяҡ өлөшөндә — һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы урмандарҙан, үҙәк өлөшөндә — һоро тау‑урман һәм кәҫле көлһыу тупраҡтарҙағы йүкә, имән, саған ағастары м‑н дала үләндәре үҫкән киң япраҡлы урмандарҙан, көньяҡ өлөшөндә йылға туғайҙарының һәм киртләстәренең аллювиаль, һаҙ, ҡараһыу һоро урман һәм ҡара тупраҡтарындағы урмандарҙан һәм ҡыуаҡлыҡтарҙан ғибәрәт. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡыя һуған, РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡаурый ҡылған үҫә.

А.Ә.Мулдашев, Р.А.Фәтҡуллин

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: