Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫУЫШТАУ МӘМЕРЙӘҺЕ

Просмотров: 1068

ҠЫУЫШТАУ МӘМЕРЙӘҺЕ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Иглин р‑ны Кузнецовка а. көнбайышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Эҫем й. үҙәненең уң битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, көңгөр ярусының гипстарында һәм ангидриттарында барлыҡҡа килгән. Көньяҡ‑көнбайыш йүнәлештәге үтә тишекле горизонталь коридорҙан тора. Оҙонлоғо 1094 м, киңлеге 5 м, бейеклеге 2 м, амплитудаһы 15 м, майҙаны 5 мең м2, күләме 9,6 мең м3. Төп инеү урыны Эҫем й. кимәленән 15 м бейеклектә Ҡыуыштау битләүендә урынлашҡан. Ауыҙы (киңлеге 7 м, бейеклеге 2,5 м) Ауыҙ яны залына (оҙонлоғо 30 м, киңлеге 20 м, бейеклеге 3 м) илтә, һуңғыһы Кружковсылар залына (киңлеге 20 м, бейеклеге 6 м) күсә. Залдан төньяҡ‑көнсығыш йүнәлештәге тәпәш юл Төп коридорға (оҙонлоғо 350 м, киңлеге 3—10 м, бейеклеге 2,5—6 м) алып бара. Коридорҙың урта өлөшөндәге тармаҡ Сысҡандар залын (оҙонлоғо 26 м, киңлеге 20 м, бейеклеге 4 м яҡын) барлыҡҡа килтерә. Төп коридор Туристар (оҙонлоғо 40 м, киңлеге 18 м, бейеклеге 10 м яҡын; унда быуа ярғанаттары йәшәй) һәм артабан Ҡыуыш (өйөлгән таш һәм ағас түшәм ҡалдыҡтары бар) залдарына күсә. Төп коридор мәмерйәнән сығыу юлы (киңлеге 0,5 м, бейеклеге 1 м) м‑н тамамлана. Стеналарында һәм түбәһендә карҙар, ә төбөндә ҙур таш киҫәктәре өйөмө бар. Ауыҙ яны залында июнь айына тиклем боҙ ята. Т‑раһы 6оС. Мәмерйә буйлап һыу сығымы 2—3 л/с (яҙын 100 л/с тиклем) булған Ҡыуыштау шишмәһе аға. Шишмә ярҙары бейеклеге 1,5 м еткән балсыҡ өйөмдәренән тора.

Ю.В.Соколов

Тәрж. И.М.Япаров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019