Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛАҒЫР, һаҙлыҡ

Просмотров: 1412

ЛАҒЫР, Әй й. басс. һаҙлыҡ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Салауат р‑ны Лағыр а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 1,6 мең га, торфтың уртаса ҡалынлығы 5,3 м. Туйыныуы ҡатнаш. Аҡ ерек, көлһыу тал, тәлгәш ҡайын, тәпәш ҡайын, мүктәр үҫә; үҫемлектәрҙең БР‑ҙың Ҡыҙыл Китабына индерелгән һирәк төрҙәре: бейек бетүлән, ҡоба тал, тутлы схенус, хуш еҫле кәкүк әшәлсәһе, һаҙанаҡ, һаҙ баҙыҡайы һ.б. үҫә. Һаҙлыҡта уникаль бейек мүкле ҡарағайлыҡ һаҡланған. Йылға ҡондоҙо, көйөлдөләр, мышы, һоро торна һ.б. йәшәй.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019