Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГЕОГРАФИК ЛАНДШАФТ

Просмотров: 950

ГЕОГРАФИК ЛАНДШАФТ. Хәҙ. география фәнендә Г.л. билдәләмәһен асыҡлауҙың 3 йүнәлеше бар: төбәк (Н.А.Солнцев, А.Г.Исаченко һ.б.), типологик (Н.А.Гвоздецкий һ.б.) һәм дөйөм (Ф.Н.Мильков һ.б.). Төбәк йүнәлеше билдәләмәһенә ярашлы, барлыҡҡа килеүе менән бер‑береһенә оҡшаш тәбиғәт биләмәләре Г.л. тип атала. Уларҙың берҙәм геологик нигеҙе, ер өҫтө формалары, климат шарттары һәм айырым бер тәбиғи билдәләре булырға тейеш. Г.л. төп билдәһе булып уны төҙөүсе, бәләкәйерәк тәбиғәт комплекстарынан (биләмәлә урынлашҡан фациялар, тәбиғи сиктәр, тәбиғи билдәләр, төбәктәр һ.б.) торған морфологик төҙөлөшө һанала. Генетик, динамик, терр‑я б‑са үҙ-ара бәйләнешле фациялар, тәбиғи сиктәр системаһы — тәбиғи билдәләр, күрше тәбиғи билдәләр төбәктәр барлыҡҡа килтерә. Г.л. үҙенсәлектәре матдәләр һәм ҡеүәттәр әйләнеше менән билдәләнә, эске һәм тышҡы көстәрҙең (һауа торошо, ҡояш ҡеүәтенең үҙгәреүе) киңлек һәм бейеклек бүлкәттәрендәге хәлдәргә ҡарап үҙгәрә. Ҡоро ер Г.л. типтарға (арктик, урман-дала һ.б.), кластарға (тигеҙлек, ҡалҡыу, тау һ.б.), төркөмдәргә (уйһыу, тау алды һ.б.) төрҙәргә (девон һәм карбон тау тоҡомдарындағы ҡара тупраҡта урынлашҡан ҡылғанлы тигеҙлек далалары) бүленә. Г.л. күп төрлөлөгөнә биләмәләрҙең физик‑географик урыны, ер өҫтө төҙөлөшө һәм һауа торошо шарттары йоғонто яһай. Республиканың Г.л. тигеҙлек (урман-дала һәм дала төркөмдәре) һәм тау (тайга урмандары төркөмө) кластарына ҡарай. И.П.Кадильников (1967) Башҡортостан терр‑яһындағы ландшафтарҙы 4 класҡа бүлә: ҡатламлы тигеҙлектәр, тау алдары, тау һәм ваҡ сусаҡлы тигеҙлектәр. З.Б.Латипова (2005) тәпәш тауҙар, ситке тәпәш тауҙар теҙмәләрен, тау алды, тау араһы уйһыулыҡтарын, яйлалар, ҡатламлы тигеҙлектәр төрҙәрен айырып күрһәтә. Г.л. айырыуса Башҡортостанөньяҡ) Уралында һәйбәт һаҡланған. Ҡайһы бер эталон берәмектәр Махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре тип иғлан ителгән.

З.Б.Латипова

Тәрж. И.М.Япаров

Карта:Ландшафтар

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019