Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛАНДШАФТЫ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ

Просмотров: 923

ЛАНДШАФТЫ ӨЙРӘНЕҮҒИЛЕМЕ, физик географияның ҡатмарлы тәбиғи һәм тәбиғи-антропоген геогр. системаларын (тәбиғи‑терр. комплекстар), географик ландшафтарҙың барлыҡҡа килеүен, төҙөлөшөн һәм динамикаһын, хужалыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә уларҙың үҫеше, урынлашыуы һәм үҙгәреүе закондарын өйрәнгән бүлеге. 20 б. урталарында үҙ аллы тармаҡ булараҡ формалаша. Ландшафт ғилеме, дөйөм һәм төбәк, мелиоратив, мед., архитектура Л.ө.ғ., ландшафт геохимияһы һәм геофизикаһы һ.б. төрҙәргә бүленә. Л.ө.ғ. төп ысулдары: баҫыу, хорологик, картографик, биологик индикация, аэросъёмка һ.б. Тикшереү объекттары: түбән (урындағы, төбәк, фация) һәм юғары (зона, сектор, өлкә, провинция һ.б.) рангылағы геогр. системалар. Ырымбур губернаһының ландшафтарының тәүге тасуирламаһы Э.А.Эверсмандың“ Ырымбур крайының тәбиғи тарихы” (“Естественная история Оренбургского края”) китабында, губернаның тәүге ландшафтлы районлаштырыуы С.С. Неуструевтың “Ырымбур губернаһының тәбиғи райондары” китабында бирелгән. Көньяҡ Урал далаларын өйрәнеү нигеҙендә Ф.Н.Мильков тарафынан ландшафт т‑да тәғлимәт булдырыла.

20 б. 2‑се ярт. геоэкологик йүнәлеш үҫеш ала, ландшафтар төшөрөп алына һәм ландшафт карталары төҙөлә, ландшафтарҙың морфологияһы һәм классификацияһы, Көньяҡ Уралды комплекслы ландшафтлы районлаштырыу эшләнә, комплекслы тикшеренеүҙәрҙең ысулдары нигеҙләнә (И.П.Кадильников, Е.И.Кадильникова, М.Ф.Хисмәтов); геогр. барьер ландшафтары кластарға бүленә: таулы, түбән таулы‑тау алды, тау эргәһендәге тигеҙлекле (Ф.Ә.Мәҡсүтов, 1979, 1981); ландшафт асимметрияһыныңүҙенсәлектәре һәм генетик типтары, Башҡортостандың Урал аръяғының һәм Уралдың ландшафтарға бүленеүе, антропоген ландшафтарҙыңбарлыҡҡа килеүе һәм үҫеше законлыҡтары өйрәнелә (Л.Н. Белан, А.М.Гәрәев, Р.Р.Ғәббәсова, Э.М.Ғәлиева, З.Б.Латипова, А.Ф.Ниғмәтуллин, И.М.Япаров һ.б.), ландшафтарға геоботаник һәм геоморфологик тикшеренеүҙәр үткәрелә, уларҙың һөҙөмтәләре махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләрен булдырыу өсөн ҡулланыла (Э.З.Гәрәев, Л.А.Едрёнкина, А.Ә.Мулдашев һ.б.). Тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәрен файҙаланып терр‑яны ландшафт төрҙәре б‑са районлаштырыу үткәрелә (Кадильникова, 1976), БР‑ҙың ландшафт (Латипова, 2005), уларҙың һаҡланғанлыҡ дәрәжәһе (Гәрәев, Ниғмәтуллин, 2005) карталары төҙөлә.

Әҙәб.: Максютов Ф.А. Ландшафты предгорий. Уфа, 1980; шул уҡ. Барьерные ландшафты СССР. Саратов, 1981; Кадильникова Е.И. Ландшафтные исследования (на примере территории Башкирии). Уфа, 1983.

Тәрж. З.Б.Латипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019