ЛАПҠАН, һаҙлыҡ
642
ЛАПҠАН, Ҡармасан й. басс. һаҙлыҡ. Кушнаренко р‑ны Гуровка а. төньяҡҡа табан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 150 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1 м, эшкәртелмәгән торф запасы 365 мең м3. Башлыса ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Аҡ ҡайын, ҡаҙ үләне, ҡара ерек, күрән, тал, һаҙ ҡырҡбыуыны, һаҙ яраны һ.б. үҫә. Үр ҡуяны, мышы, урман эте, һыуһар, һаҙғыраҡ сөрәгәй, һуна өйрәк һ.б. йәшәй.
Ә.М.Гәрәев
Тәрж. А.Н.Күсеев
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар: