МАҒАШ, Урал алдындағы һырт
559
МАҒАШ, Башҡортостандың Урал алдындағы һырт. Архангел р‑ны буйлап Мағаш а. алып Еҙем й. тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 7 км, киңлеге яҡынса 5 км, абс. бейеклеге 409 м. Көньяҡ‑көнбайыш һәм көнсығыш битләүҙәре текә, төньяҡ‑көнсығыш һәм төньяҡ‑көнбайышы — һөҙәк. Аҫҡы триас ҡомташтарынан, алевролиттарынан, балсыҡтарынан, конгломераттарынан тора. Һыртта Ҡыҫынды, Мағашйылға йй. (Еҙем й. ҡушылдыҡтары) башлана. Ландшафы һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы урмандарҙан тора.
Тәрж. И.М.Япаров
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар: