Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НАЛИВКИН Дмитрий Васильевич

Просмотров: 1142

НАЛИВКИН Дмитрий Васильевич (25.8.1889, С.‑Петербург — 3.3.1982, Ленинград), геолог, палеонтолог. СССР ФА акад. (1946), Төрөкмән ССР‑ы ФА‑ның (1951), Чехословакия ФА‑ның (1962), Сербия фән һәм сәнғәт акад. (1965) почётлы ағзаһы, геол.‑минералогия ф. д‑ры (1936), проф. (1924). Соц. Хеҙмәт Геройы (1963). РСФСР‑ҙың (1943), Төрөк‑ мән ССР‑ы һәм БАССР‑ҙың (1959) атҡ. фән эшмәкәре, СССР‑ҙың ер аҫты разведкаһы отличнигы (1965), СССР‑ҙың почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1979). Фәнни эшмәкәрлеге Көнсығыш Европа платформаһы, Урал һәм Урта Азия палеозойының стратиграфияһы, палеонтологияһы һәм палеогеографияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәр м‑н бәйле. “Фациялар тураһында тәғлимәт” фәнни йүнәлешенә нигеҙ һалыусы. Н. тарафынан Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүенең девоны м‑н карбонының стратиграфик схемалары төҙөлә, улар нигеҙендә Волга‑Урал нефтле һәм газлы провинцияһының көньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә нефть, Уралда боксит эҙләү ойошторола. Ул Көньяҡ Уралда силур ултырмалары барлығын дәлилләй, вендтың әшә серияһын айырып күрһәтә; СССР‑ҙың 1:2500000 масштаблы геол. картаһын төҙөй (1956). 500‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. Ведомство‑ара стратиграфия ком‑ты (1954—74) һәм Халыҡ‑ара тектоник карталар б‑са ко‑ миссия (1961—71) рәйесе. СССР‑ҙың, Уралдың һ.б. геол. карталарының (1937 й. алып), “СССР стратиграфияһы” (“Стратиграфия СССР”; 14 том‑ да, 1963—1989), “СССР‑ҙың геологик яҡтан өйрәнелеүе” (“Геологическая изученность СССР”; 50 томда, 1961— 1990) баҫмаларының баш мөхәррире. Сталин (1946), Ленин (1957), А.П.Карпинский ис. (1913) пр. лауреаты. Ленин (1944, 1948, 1963, 1969), Окт. Революцияһы (1975), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1945, 1948, 1950), Халыҡтар дуҫлығы (1979) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Фауна верхнего и среднего девона восточного склона Башкирского Урала. М., 1951; Геология СССР. М.; Л., 1962; Брахиоподы турнейского яруса Урала. Л., 1979.

Әҙәб.: Н а л и в к и н В.Д. Дмитрий Васильевич Наливкин (1889—1982). Л., 1987.

 

М.А.Камалетдинов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: