Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НЕФРИТ, минерал

Просмотров: 979

НЕФРИТ г е о л о г и я л а, минерал. Тремолит‑актинолит рәтенең амфиболдарынан тора. Агрегаттары нәҙек сүсле, микрокристаллы. Төҫө асыҡ йәшелдән ҡуйы йәшелгә тиклем. Ҡатылығы 5,5—6,5; тығыҙлығы 2800— 3300 кг/м3; һынылышы ҡытыршы; тығыҙ һәм йәбешкәк. Гидротермаль-метасоматик шарттарҙа хасил була, ғәҙәттә серпентиниттарға тура килә. Сәнғәт әйберҙәре һәм зәргәр изделиелары етештереүҙә файҙаланыла. БР‑ҙа Түб. Ирәмәл й. (Мейәс й. басс.; Учалы р‑нындағы Кузьма‑Демьян ятҡылығы) үрге ағымында таралған, Килдеғол а. (Бөрйән р‑ны) көнсығыштараҡ Н. сығанаҡтары билдәле. 

А.А.Алексеев

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019