Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НӘРӘЛЕ, һырт

Просмотров: 751

НӘРӘЛЕ, Я м а н т а у, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Учалы р‑ны буйлап Шерәмбай й. (Мейәс й. басс.) алып Шарҙатма й. (Уй й. ҡушылдығы) тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 8 км, киңлеге яҡынса 2 км, абс. бейеклеге 752 м. Һырт уйһыулыҡтар м‑н йырғыланған; 3 түбәһе бар. Аҫҡы палеозойҙың перидотиттары, дуниттары, пироксениттарынан тора. Һыртта — Мейәс й., көнбайыш итәгенән Шерәмбай һәм Шарҙатма башлана. Көнсығыш итәгендә Алакүл, Нәрәле, Шерәмбай һ.б. күлдәр бар. Ландшафы ҡараһыу һоро урман тау тупрағындағы ҡарағай-ҡайын урмандарынан һәм йыуылған ҡара тупраҡтағы болонло далаларҙан ғибәрәт.

Тәрж. Х.А.Шәрипова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019