Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОЛИВИН, минерал

Просмотров: 938

ОЛИВИН (лат. oliva — зәйтүн), минерал, форстерит — фаялит изоморф серияһы ағзаһы, (Mg,Fe)2SiO4. Составында марганец, никель, кобальт, титан һ.б. бар. О. төрҙәренә составында Fe2SiO4 булған (%) минералдар инә: форстерит 0—10, оливин 11—30, гиалосидерит 31—50, гортонолит 51—70, ферригортонолит 71—90, фаялит 91—100. Кристалдары изометрик, ҡыҫҡа призмалы, йәйенке. Агрегаттары бөртөклө. Төҫө һарғылт йәшелдән һарыға һәм аҡҡа тиклем (форстерит), көрәндән ҡараға тиклем (фаялит); һыҙаты аҡ, һоро; быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 6,5; тығыҙлығы 3200—4400 кг/м3, йәбешкәклеге уртаса. Һынылышы ҡыуыш, баҫҡыслы; мурт. Ультра һелтеле (дунит, перидотит, кимберлит) һәм һелтеле (ҡайһы бер базальттар) магматик тау тоҡомдары минералы, скарндарҙа һәм магнезиаль тау тоҡомдары метаморфизмы ваҡытында барлыҡҡа килә, метеориттар составына инә. Гидротермаль эретмәләр тәьҫирендә серпентин һәм тальк м‑н алмашына. Магнезиаль О. — утҡа сыҙамлы материалдар, үтә күренмәле О. (хризолит) зәргәр таш етештереүҙә ҡулланыла. БР‑ҙа О. Ҡыраҡаның ультра һелтеле массивтарында (Белорет р‑ны), Төп Урал һынылышы зонаһында серпентинит массивтарында һәм Көнсығыш Европаплатформаһында габбро‑диабаз силдарында таралған.

И.А.Хәйретдинов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: