Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОЛЛИ Альберт Иванович

Просмотров: 899

ОЛЛИ Альберт Иванович (3.11.1906, С.‑Петербург губ. Ухора а. — 1.10. 1965, Өфө), геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры һәм проф. (1947). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1957). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1931) Башҡ‑н геол. идаралығының партия нач., өлкән геологы, 1938 й. алып Һарытау ун‑тында (1944 й. башлап каф. мөдире), 1954 й. — Геол. ин‑ты (Өфө) директоры. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть геологияһы, стратиграфия, тектоника м‑н бәйле. Ул тикшеренеүҙәрҙең формация ысулы нигеҙендә Көньяҡ Уралда кембрий алды ултырмаларының йәшен билдәләй. О. етәкс. Волга‑Урал нефтле һәм газлы провинцияһында, Яҡутстанда аэрогеол. һәм нефть‑газ эҙләү эштәре үткәрелә, БАССР‑ҙың, Көньяҡ Уралдың тектоник карталары, Уралдың геол. картаһы төҙөлә. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1953).

Х е ҙ м.: Древние отложения западного склона Урала. Саратов, 1948. 

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: