Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОМФАЦИТ, минерал

Просмотров: 1076

ОМФАЦИТ (гр. omphax — бешмәгән виноград), силикаттар класы минералы, пироксен, (Ca, Na)(Mg, Fe+2, Fe+3, Al)[Si2O6]. Моноклин сингонияһында кристаллана. Кристалдары радиаль‑нурлы. Агрегаттары энәле, призматик; айырып алыу формаһы: бөртөктәр. Төрлө төҫмөрлө йәшел төҫтә; быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 5—6; тығыҙлығы 3110—3420 кг/м3. Базальт составлы магматик тоҡомдар буйлап юғары һәм үтә юғары баҫым шарттарындағы метаморфизмда барлыҡҡа килгән кимберлитта һәм юғары баҫымлы метаморфик комплекстарҙа мантия ксенолиттары эклогиттарының төп тоҡом тыуҙырыусы минералы. О. һәм уны һыйҙырған эклогиттар мәҡсүт метаморфик комплексында киң таралған, аҙыраҡ белорет метаморфик комплексында ла бар. Мәҡсүт комплексы эклогиттарындағы О. ретроградлы метаморфизмда глаукофан, белорет комплексы эклогиттарындағы О. — плагиоклаз һәм мөгөҙ обманкаһы агрегаты м‑н алыштырыла.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019