НӘЗИРОВ Ромэн Ғафан улы
НӘЗИРОВ Ромэн Ғафан улы (4.2. 1934, Харьков ҡ. — 16.1.2004, Өфө), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (1996), проф. (1997). Журналистар союзы ағзаһы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1957) Ауырғазы р‑ны Бишҡайын урта мәктәбендә уҡыта, 1958 й. алып “Ленинец”, 1961—62 йй. “К коммунизму” (“Коммунизмға”; ҡара: “Уфимские нивы”) гәз. хеҙм‑ре. 1965 й. башлап БДУ‑ла эшләй: 1966—67 йй. филол. ф‑ты деканы урынбаҫары, 1989 й. алып каф. мөдире вазифаһын башҡарыусы, 1991—2004 йй. урыҫ әҙәбиәте һәм фольклоры каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре Н.В.Гоголь, Ф.М. Достоевский, А.С.Пушкин, А.П.Чехов ижадына, урыҫ һәм Көнбайыш Европа әҙәбиәттәре араһындағы бәйләнеште, әҙәбиәт һәм фольклорҙың үҙ‑ара йоғонтоһон һ.б. тикшереүгә арналған. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Х е ҙ м.: Социальная и этическая проблематика произведений Ф.М.Достоевского 1859—1866 гг. М., 1966; Творческие принципы Ф.М. Достоевского. Саратов, 1982; Традиции Пушкина и Гоголя в русской прозе. Сравнительная история фабул. Екатеринбург, 1995.
Б.Ғ.Әхмәтшин
Тәрж. М.В.Хәкимова