Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОРДОВИК, палеозойҙың бүлексәһе

Просмотров: 1278

ОРДОВИК, о р д о в и к с и с т е м а һ ы (о с о р о), палеозойҙың икенсе хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 488,2±1,7 млн йыл, тамамланыуы — 443,7±1,5 млн йыл (ҡара: Геохронология). 1879 й. Ч.Лапворт тарафынан айырып күрһәтелә, атамаһы Уэльс терр‑яһында йәшәгән ордовик исемле кельт ҡәбиләһенән алынған. О. 3 бүлектән тора: аҫҡы, урта һәм өҫкө. Дөйөм ҡабул ителгән ярустарға бүлеү юҡ; Уралда һуңғы ваҡытҡа тиклем системаны инглиз схемаһы б‑са 3 бүлеккә һәм 6 ярусҡа бүлеү ҡулланыла. Ведомство‑ара Стратиграфик Комитеттың 2012 й. ҡарарына бәйле Халыҡ‑ара шкалаға өҫтөнлөк бирелә, унда аҫҡы бүлектә — тремадок һәм флой, уртала — дапин һәм дарривиль, өҫкө бүлектә катий, сандбий һәм хирнант ярустары айырыла. О. осоронда Гондвана, Лаврентия, Балтика һәм Сибирия ҙур палеоконтиненттары бүленә. Балтика һәм Сибирия араһында Япетус океаны була, ул такон йыйырсыҡлығы һөҙөмтәһендә ябыла башлай, бер үк ваҡытта Реик һәм Урал палеоокеандары асыла. Сибирия ситенән көнбайышҡа табан Азия океанында микроконтиненттар һәм актив утрау дуғалары була. О. урыны м‑н грабен фацияларынан (тупаҫ һынылышлы ултырмаларҙың субһелтеле вулканиттар м‑н төркөмләшеүе) тора, уларҙың булыуы палеоконтиненттың ярылыуы һәм Урал палеоокеанында океан уйпатлығы барлыҡҡа килеүе м‑н бәйле. Фаунаның иң мөһим вәкилдәре булып граптолиттар, конодонттар, трилобиттар, брахиоподтар, остракодтар, криноидеялар, тура ҡабырсаҡлы аяҡбаш моллюскылар, хитинозойҙартора. Радиолярийҙар һәм фораминиферҙар билдәле. Ылымыҡтар, строматопороидеялар, мәрйендәр киң таралған, энә тирелеләр, гастроподтар, бүздәктәр һирәк осрай. Тәүге яңаҡһыҙҙар (балыҡтар) һәм үҫемлектәр барлыҡҡа килә. О. аҙағына күп кенә умыртҡаһыҙҙар ғаиләләренең һәләкәте хас. Урал һәм Урал яны терр‑ялары О. осоронда эҫе климатлы экватор яны киңлегендә урынлашҡан була. Океандағы ер ҡабығының реликттары Уралдың көнсығыш зоналарында киң таралған офиолиттарҙан (өҫкә табан киҫелештә кремний ҡатыш мендәр лавалары м‑н алмашынған габбро‑гипербазит комплекстары) тора, уларҙың составына файҙалы ҡаҙылмаларҙың тотош комплексы инә, шулар араһында хромит, алтын (Миндәк, Алтынтау ятҡылыҡтары), асбест (Ураҙ ятҡылығы), тальк, нефрит айырыла.

Әҙәб.: Палеомагнетизм ордовика Урала / В.Н.Пучков [и др.]. Екатеринбург, 2003. The Geologic Time Scale 2012. Ed. by F.Gradstein et al., Elsevier, 2012.

В.Н.Пучков

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: