Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЫРЫМБУР КӨМБӘҘЕ

Просмотров: 1034

ЫРЫМБУР КӨМБӘҘЕ, Жигулёвск‑Ырымбур көмбәҙе, Ырымбур көмбәҙ ҡалҡыуы, Волга‑Урал антеклизаһының беренсе дәрәжәле ыңғай тектоник структураһы. 20 б. уртаһында Б.С.Соколов һ.б. тарафынан Ы.к. булараҡ тикшерелә һәм айырып күрһәтелә, һуңыраҡ Ырымбур көмбәҙ ҡалҡыуы булараҡ ҡарала. Көнбайыштан көнсығышҡа Пенза, Һамар, Һарытау, Ульяновск (өлөшләтә), Ырымбур өлк., Башҡортостан һәм Татарстан Респ. сиктәрендә һуҙыла. Төньяҡта Серновод‑Абдулла бөгөлө, көнбайышта Быҙаулыҡ уйпатлығы, көньяҡта (Урал‑Һаҡмар бөгөлө аша) Соль‑Илецк көмбәҙе, көнсығышта Урал алды бөгөлө м‑н сиктәш. Оҙонлоғо яҡынса 550 км. Ы.к. төҙөлөшө т‑да төрлө фекер бар. Шуларҙың береһенә ярашлы, Ы.к. айырым структура булып ҡаралмай. Башҡа ғалимдарҙың фекере б‑са Жигулёвск‑Ырымбур массивы Жигулёвск‑Пугачёв һәм Ырымбур (Көнсығыш Ырымбур) көмбәҙҙәренә бүленә. Массивтың блоклы төҙөлөшөн иҫәпкә алып Ырымбур күмелгән һәм Жигулёвск‑Пугачёв түбәләре, архей‑аҫҡы протерозой кристалл нигеҙе б‑са киң Жигулёвск‑Ырымбур көмбәҙе айырыла. Ул көньяҡ һәм көнсығыш йүнәлештәрҙә абс. билдәләре ‑1650 м алып ‑3784 м тиклем булған дөйөм тәрәнәйеү кисерә. Көнбайыштан көнсығышҡа нигеҙ өҫтөнөң абс. билдәләре көмбәҙ сиктәрендә ‑2780 м алып ‑3900 м тиклем үҙгәрә. Кристалл нигеҙҙең өҫтө көмбәҙ ситтәрендә локаль суҡаҡ‑ҡалдыҡ тауҙарҙың субкиңлек теҙмәләренән, сикләнгән һынылыштарҙан тора. Нигеҙҙең өҫтөнән ултырма ҡапламаһының өҫтәренә күскәндә структур көмбәҙ планының тотороҡло түбәнәйеүе күҙәтелә. Рифейвендта моноклиналь ятыш һыҙаттары билдәләнә, палеозой ҡатламдарында киң Жигулёвск‑Ырымбур көмбәҙе юғала, Быҙаулыҡ уйпатлығы, Көнсығыш Ырымбур көмбәҙ ҡалҡыуы, Соль‑Илецк, Жигулёвск‑Пугачёв көмбәҙҙәре һаҡлана. Соль‑Илецк көмбәҙенең төньяҡ өлөшөндә киңлек Ырымбур валы (төньяҡ яғы б‑са амплитудаһы яҡынса 700 м) формалаша, был карелдан һуңғы тектоник‑магматик циклда байкал һәм каледон тектогенездарында терр‑яларҙың көслө пенепленизацияһы м‑н бәйле була. Каледон денудацияһы нигеҙ ултырмаларына, рифей, венд, ордовик, силур һәм аҫҡы девон ҡатламдарына йоғонто яһай (В.Д.Наливкин, С.П.Максимов, Р.О.Хачатрян, И.А.Денцкевич, Е.В.Лозин). Ы.к. сиктәрендә 40‑ҡа яҡын нефть һәм газ ятҡылығы асыла. БР терр‑яһында Ы.к. төньяҡ өлөшөндә бер нисә ваҡ газ һәм нефть‑газ ятҡылығы табыла.

Е.В.Лозин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 25.01.2022
Связанные темы рубрикатора: