Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОРОГЕНЕЗ

Просмотров: 1249

ОРОГЕНЕЗ (гр. ōros — тау һәм ...генез), ҡыҫыу шарттарында барған, йыйырсыҡлы һәм горст‑грабенлы структураларҙың, ш. уҡ ҙур киҫәкле “яңынан яһалған” тауҙарҙың барлыҡҡа килеүе м‑н бәйле булған тау яһалыу процесы. Уралдың геол. тарихында тауҙар бер нисә тапҡыр барлыҡҡа килә. Йыйырсыҡтар яһалыуы м‑н барған О. вендта хасил була. Бигерәк көслө О. Көнсығыш Европа һәм Ҡаҙағстан палеоконтиненттарының бәрелешеүе һөҙөмтәһендә һуң палеозойҙа үҫеш ала. Был ваҡытта йыйырсыҡланыу, шарьяж процестары бара, тауҙар яһала һәм емерелә, Урал алды бөгөлөндә ҡаты ватыҡ ултырмалар туплана, Көнсығыш Урал зонаһында гранитоид магматизм һәм метаморфизм барлыҡҡа килә. Юра ваҡытында палеозой тауҙары йыуылыуға дусар була. Юра аҙағында һәм аҡбур осоронда Урал урынында убалы һәм уйпатлы ҡоро ер булған, урыны м‑н диңгеҙ ятҡан. Кайнозойҙа плиоцендан башлап “яңынан яһалған” хәҙ. Урал тауҙарының формалашыуы м‑н бәйле О. башлана. Шулай уҡ ҡара: Герцин йыйырсыҡлығы.

В.Н.Пучков

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: