Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЕТИЛ СПИРТЫ

Просмотров: 1101

МЕТИЛ СПИРТЫ, метанол, а ғ а с с п и р т ы, СН3ОН, төҫһөҙ, еҫе м‑н этил спиртына оҡшаған шыйыҡса, tҡайнау 64,5°С, тығыҙлығы 792,4 кг/м3. 6,72—36,5% миҡдарҙа һауа м‑н шартлаусан ҡатнашма барлыҡҡа килтерә; tтоҡаныу 15,6°С. Һыу һәм органик эреткестәр м‑н һәйбәт ҡатнаша. Һелтеле металдар м‑н — метилаттар, к‑талар м‑н ҡатмарлы эфирҙар барлыҡҡа килтерә, һауа кислороды м‑н формальдегидҡа окислана, углерод һәм водород (синтез‑газ) оксиды ҡатнашмаһы м‑н ҡушылғанда этил h.б. спирттарға әйләнә. Ағыулы, нервы һәм ҡан тамыры системаһына тәьҫир итә, ПДК 5 мг/м3. Сәнәғәттә уны ағасты ҡоролай ҡыуғанда һыу эретмәһенән, синтез‑газдан сығарып алалар (сеймал — тәбиғи һәм кокс h.б. углеводород газдар). Формальдегид, төрлө эфирҙар, алкилгалогенидтар һ.б. етештереүҙә ҡулланалар. 20 б. башында Өфө губ. Әшә‑Балашов ҡасабаһында ретортлы мейестәрҙә ағасты ҡоролай ҡыуыу ысулы м‑н М.с. сығарыу башлана. 60‑сы йй. урталарынан Салауат нефтехимия комб‑тында М.с. аммиак м‑н ҡушып — диметиламин, 90‑сы йй. урталарынан Өфө НЭЗ‑ында, Стәрлетамаҡ нефтехимия з‑дында М.с. изобутилен м‑н алкиллаштырып метил‑трет‑бутил эфиры алалар. 60‑сы йй. НИИнефтехимда Ю.В.Чуркин етәкс. фенолды М.с. м‑н алкиллаштырып о‑крезол алыу технологияһы эшләнә, ул Түб. Тагил пластмассалар з‑дында индерелгән.

У.М.Джемилев

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: