Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИФТАХОВ Мансур Сәһәрйәр улы

Просмотров: 863

МИФТАХОВ Мансур Сәһәрйәр улы (23.7.1947, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Боғҙан а.), химик. БР ФА акад. (2018), химия ф. д‑ры (1988), проф. (1991). РФ‑тың (2007) һәм БР‑ҙың (1994) атҡ. фән эшмәкәре. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1970) Миәкә р‑нының Боғҙан урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1972 й. алып Органик химия ин‑тында эшләй: 1980 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р, 1993 й. — лаб. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре түбән молекуляр биокөйләгестәрҙе, ш. иҫ. эйкозаноидтарҙы (простагландиндарҙы, простациклиндарҙы, тромбоксандарҙы, левугландиндарҙы, лейкотриендарҙы һ.б.) һәм уларҙың аналогтарын тулыһынса синтезлауға арналған. М. тарафынан табыуы ҡыйын булған тәбиғи берләшмәләрҙе (нейраминидазаның карбоциклик ингибиторҙары, яман шешкә ҡаршы тәьҫир итеүсе эпотилон макролидтары, В гепатиты вирусына ҡаршы әүҙем булған энтекавир карбонуклеозиды) синтезлау ысулдары эшләнә, медицинала ҡулланыу өсөн перспективалы берләшмәләр (ашҡаҙан‑эсәк ауырыуҙарынан һаҡлаған простагландин — 11‑дезоксимизопростол тәҡдим ителә) алына. М. ҡатнашлығында а.х. малдарының репродуктив системаһын дауалау өсөн дарыуҙар (клатрапростин, эстуфалан) яһала һәм уларҙы етештереү үҙләштерелә. 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 30 уйлап табыу авторы. РФ‑тың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (1992).

Хеҙм.: Простагландины и их аналоги в репродукции животных и человека. Уфа, 1989 (авторҙ.).

Ф.А.Вәлиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.09.2021
Шәхестәр: