Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МУЛЛАҒӘЛИЕВ Илдар Рәсих улы

Просмотров: 924

МУЛЛАҒӘЛИЕВ Илдар Рәсих улы (3.7.1952, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Иҫке Балтас а. — 21.2.2008, Өфө), химик. Химия ф. д‑ры (2007). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1984). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1969) Органик химия ин‑тында эшләй: 1991 й. алып өлкән, 2007 й. — төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни хеҙмәттәре стереорегуляр полидиендарҙы һәм кремнийлы алкиндарҙы синтезлау ысулдарын эҙләүгә, тәбиғи полисахаридтарҙы модификациялауға арналған. М. ҡатнашлығында синтетик гуттаперчаны сәнәғәттә алыу ысулының фәнни нигеҙҙәре эшләнә, полиацетилендарҙан полимер материалдарҙы синтезлау өсөн катализаторҙар, яңыра торған тәбиғи сеймалдан (хитин, хитозан) сорбенттарҙы һәм дарыу күсереүсе матдәләрҙе айырып алыу һәм әҙерләү ысулдары тәҡдим ителә. 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы. Ленин комсомолы пр. (1984), С.Р.Рафиҡов ис. пр. (2002) лауреаты.

Х е ҙ м.: 1,4 транс‑полидиены. Получение, свойства, применение //Высокомолекулярные соедниения. 2002. Т.44. №12 (авторҙ.); Specific interactions in modified chitosan systems //Biomacromolecules. 2005. Vol.6. №5 (авторҙ.). 

Ю.Б.Монаков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019