Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӨСӘҮИРОВ Рим Сабир улы

Просмотров: 1214

МӨСӘҮИРОВ Рим Сабир улы (15.5.1948, Полевской ҡ.), химиктехнолог. Химия ф. дры (1988). БРҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1998), РФтың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙмре (1998), РФтың почётлы фән һәм техника хеҙм-ре (2006). ӨНИне тамамлағандан һуң (1972) шунда уҡ эшләй: 1977 й. алып Студенттар ҒТИ дир., бер үк ваҡытта 1981 й. башлап тармаҡ лаб. мөдире. 1990 й. алып “Реактив” Дәүләт инженерлыҡ үҙәгенең ген. дир. урынбаҫары, 1993 й. ген. директоры. 1993 й. башлап Теүәл органик синтез ҒТИ, 1997—2007 йй. Аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтар ҒТИ, 2010 й. алып “Заманса химик һәм физик технологиялар” ғилми-производство фирмаһы (Өфө) директоры. Фәнни хеҙмәттәре циклик ацеталдәр һәм уларҙың кремнийлы аналогтары химияһы, кремний органик берләшмәләрҙең химияһы һәм стереохимияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Аҡҡурғаш һәм көмөш ингән мәғдәндәрҙе флотациялау, һирәк осраған һәм таралған элементтарҙы сығарып алыу ысулдары табыла, улар РФтың төҫлө металлургия пртиелары производстволарына индерелгән. 350нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 70 уйлап табыу авторы. 1994 й. алып Химиктар союзы рәйесе. РФ Хөкүмәте (2006), Башҡн комсомолы (1981) пр. лауреаты.

Х е ҙ м.: Реакции ацеталей, ортоэфиров и их аналогов с кремнийорганическими соединениями. Уфа, 1997 (авторҙ.); Методы синтеза 1,3дигетероаналогов циклоалканов. Уфа, 1998 (авторҙ.); Современные химические средства защиты растений. В 2 т. Т.1. Регуляторы роста и развития растений. Уфа, 1999 (авторҙ.). 

Д.Л.Рахманҡолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019