МОСТАФИН Әхәт Ғәзизйән улы
МОСТАФИН Әхәт Ғәзизйән улы (21.1.1957, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Ҡолсора а.), химик. БР ФА акад. (2009), химия ф. д‑ры (1999), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) Баймаҡ р‑ны Ҡолсора урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1980 й. алып Органик химия ин‑тында эшләй (1991 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р), 1999 й. башлап БДАУ‑ҙа эшләй. 2000 й. алып БР‑ҙың Фән, юғары һәм урта проф. белем биреү б‑са дәүләт ком‑ты рәйесе урынбаҫары, 2002 й. — БР Мәғариф министры урынбаҫары, 2004—10 йй. — БР ФА‑ның вице‑президенты. 2007 й. башлап БДУ-ның физик химия һәм химик экология каф. мөдире, 2010—13 йй. ректоры. Фәнни хеҙмәттәре биологик актив, гетероциклик берләшмәләр, ароматик аминдар, алкалоидтар, нуклеозидтар, утҡа сыҙамлы материалдар һәм минераль ашламалар химияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. М. тарафынан D‑ксилоза моносахариды нигеҙендә нуклеозидтар (вирусҡа ҡаршы препараттарҙы — азидотимидинды һәм ставудинды — синтезлауҙың аҙ сығымлы схемалары тәҡдим ителә), модификацияланған урациллы берләшмәләрҙе — перспективалы антиоксиданттар рәтен алыу (эффектлы иммуномодулятор — 5‑амино‑6‑метилурацил тәҡдим ителә) ысулдары табылған. И.Б.Абдрахманов м‑н берлектә Кляйзен ысулы б‑са яңыса төркөмләнеү законлыҡтары өйрәнелә, уның нигеҙендә ароматик аминдарҙың, гетероциклик берләшмәләрҙең 350‑нән ашыу сығарылмаһы, ш. иҫ. окисланыу ингибиторҙары, үҫемлектәрҙең үҫешен көйләгестәр, гербицидтар, синтезлана. Амин берләшмәләре нигеҙендәге реагенттар — Урал‑3 маркалы коррозия ингибиторы, Урал‑3М маркалы көкөртлө водородты нейтралләштергес уйлап табыла һәм нефть эшкәртеү сәнәғәтенә индерелә. Тотонолған көкөрт к‑таһын, карьерҙар һәм тау сәнәғәте пр‑тиеларындағы ташландыҡ тоҡомдар өйөмө аҫты һыуҙарын уларҙан файҙалы химик продукттар айырып алып утилләштереү технологиялары, Ҡаратау ятҡылығы (Ҡаҙағстан) фосфориттарынан фосфор к‑таһы, бер нисә азот‑фосфор‑калийлы минераль ашламаһын алыу ысулдары тәҡдим ителә. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 80 уйлап табыу авторы. БР Халыҡтары ассамблеяһы рәйесе (2009—15).
Х е ҙ м.: Пирофиллит и материалы на его основе. М., 2007 (авторҙ.); Синтез, модификация и биологическая активность урацилов. Уфа, 2013 (авторҙ.); Перегруппировка Кляйзена в ряду ароматических аминов. Уфа, 2014 (авторҙ.).
И.Б.Абдрахманов
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов