ТУЙЫНДЫРЫЛҒАН БЕРЛӘШМӘЛӘР
ТУЙЫНДЫРЫЛҒАН БЕРЛӘШМӘЛӘР, с и к к е б е р л ә ш м ә л ә р, молекула каркасы бер‑береһе м‑н бары тик бер ҡатлы (туйындырылған) бәйләнеш м‑н бәйле углерод атомдарынан торған органик берләшмәләр. Ациклик (асыҡ сылбырлы, төрлө тармаҡтары булыуы мөмкин) һәм алициклик берләшмәләр айырыла. Т.б. углеводород газдар, нефть составында бар. Т.б. нуклеофил һәм күп электрофил агенттарға ҡарата инерт, галогенлау, нитратлаштырыу, сульфохлорлау, окисланыу һ.б. радикаллы реакцияларға инә. Суперкислоталар һәм көслө Льюис к‑талары тәьҫирендә электрофил алмашыныу, протолиз һәм углерод каркасының изомерлаштырыу реакциялары бара. Индивидуаль Т.б. функциональ сығарылмаларҙан (олефиндар, спирттар, кетондар, карбон кислоталары, алкилгалогенидтар һ.б.) алына. Т.б. мотор яғыулығы, химик сеймал, ш. уҡ функциональ сығарылмаларҙы (спирт, альдегид, аминдар һ.б.) синтезлау өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда Т.б. — байтаҡ фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәр объекты; сәнәғәттә алкиллаштырыу, парафин һыҙлаштырыу процестарында файҙаланыла. Шулай уҡ ҡара: Парафиндар, Полициклик берләшмәләр, Углеводородтар.
Ю.А.Сангалов
Тәрж. Л.Н.Абдрахманова