Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒИЛМИ-ТЕХНИК ЙӘМҒИӘТТӘР

Просмотров: 1359

ҒИЛМИТЕХНИК ЙӘМҒИӘТТӘР, инженер‑техник хеҙм‑рҙәрҙең, производство новаторҙарының һәм ғалимдарҙың производствоны камиллаштырыуға һәм фәнни‑техник прогресты тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеүсе ирекле ойошмалары. Рәсәйҙә Ғ.‑т.й. 19 б. 2‑се ярт. барлыҡҡа килә. 1921 й. РСФСР Хөкүмәте тарафынан ғилми йәмғиәттәргә техник һәм хужалыҡ‑ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеүгә, съездар һәм йыйылыштар үткәреүгә, баҫма органдарҙы нәшер итеүгә булышлыҡ күрһәтеү т‑да ҡарар ҡабул ителә. 1931 й. соц. төҙөлөш пландарын эшләү һәм тормошҡа ашырыуҙа, энергетика, металлургия, химия, машиналар эшләү проблемаларын хәл итеүҙә ҡатнашыу өсөн ғилми инженер‑техник йәмғиәттәр ойошторола, улар, 1954 й. КПСС ҮК-ның “Ғилми инженер‑техник йәмғиәттәр тураһында” ҡарарына ярашлы, етештереү йүнәлештәре б‑са Ғ.‑т.й. итеп үҙгәртелә. Ғ.‑т.й. беренсел ойошмалары пр‑тиеларҙа, учреждениеларҙа, ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑ттарында ойошторола. Өлкәләрҙә, крайҙарҙа һәм респ. Ғ.‑т.й. тармаҡ һәм тармаҡ‑ара советтары була, улар м‑н Бөтә Союз проф. союздар үҙәк советы етәкселек итә. Ғ.‑т.й. хеҙмәттәре 1959 й. алып “Научно‑технические общества СССР” (“СССР‑ҙың ғилми-техник йәмғиәттәре”), 1973—91 йй. “Техника и наука” (“Техника һәм фән”) ж. баҫыла; 2007 й. башлап “Наука и техника” (“Фән һәм техника”) ж. сыға. Башҡортостанда 20 б. уртаһында Ғ.‑т.й. Башҡ‑н өлкә ойошмалары булдырыла: машиналар эшләү сәнәғәте (1944), И.М.Губкин ис. нефть һәм газ сәнәғәте (1944), Г.М. Кржижановский ис. энергетиктар һәм электр техникаһы сәнәғәте (1947), а.х. (1951), урман сәнәғәте һәм урман хужалығы (1952), еңел (1957) һәм аҙыҡ‑түлек (1957) сәнәғәте, коммуналь хужалыҡ һәм көнкүреш хеҙмәте (1957), автомобиль транспорты һәм юл хужалығы (1957), он‑ярма, ҡатнаш мал аҙығы етештереү һәм элеватор сәнәғәте (1960), полиграфия, нәшриәттәр һәм китап һатыу (1961), А.С.Попов ис. радиотехника, электроника һәм элемтә (1961), металлургия сәнәғәте (1974), Төҙөүселәрҙең ғилмитехник йәмғиәттәре һ.б. 1974 й. алып тау‑ҡаҙылма сәнәғәте пр‑тиеларында Төҫлө металлургия Ғ.‑т.й. Свердловск өлкә идараһының беренсел ойошмалары эшләй. 1974 й. Ғ.‑т.й. өлкә ойошмалары БАССР‑ҙың Ғилми һәм инженер йәмғиәттәре союзына (хәҙ. БР‑ҙың Ғилми һәм инженер ойошмалары союзы) берләштерелә.

Әҙәб.: Научно‑технические общества СССР: ист. очерк. М., 1968; К у л и к о в С.И. Деятельность общественных научно‑технических объединений Башкортостана. Уфа, 1991.

Т.П.Лелюх

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: