НОВЕЛЛА, сәсмә әҫәр жанры
1556
НОВЕЛЛА (итал. novella – яңылыҡ), күләме б‑са хикәйәгә тиң, әммә унан йыш ҡына ғәҙәти булмаған сюжеты, композицияһының ыҡсым булыуы һәм тасуирлауға иғтибар бирелмәүе, финалының көтөлмәгәнлек эффектына ҡоролоуы м‑н айырылып торған сәсмә әҫәр жанры. Башҡорт әҙәбиәтендә жанрҙың үҫеше 20 б. урталарына ҡарай һәм И.Ә.Абдуллин, С.Агиш, Ә.Һ.Бикчәнтәев, Ф.Ә.Иҫәнғолов, А.Карнай, К.Мәргән исемдәренә бәйле. Н. шулай уҡ Ғ.Ғ.Байбурин, Т.Х.Ғарипова, Р.Ғ.Солтангәрәев, М.Ямалетдин, Ш.М.Янбаев һ.б. ижадында ла урын алған.
М.Х.Иҙелбаев
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар: