Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НУРҒӘЛИН Зиннур Әхмәҙиә улы

Просмотров: 1365

НУРҒӘЛИН Зиннур Әхмәҙиә улы [4.10.1928, БАССР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Ташбулат а. (БР‑ҙың Әбйәлил районы) — 10.6.2020, Өфө ҡ.], әҙәбиәт белгесе, театр тәнҡитсеһе, публицист. БР ФА‑ның почётлы академигы (2002), тарих фәндәре кандидаты (1968), филология фәндәре докторы (1984), профессор (1985). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1978). Журналистар союзы (1962), Яҙыусылар союзы (1978) ағзаһы. Магнитогорск, Силәбе педагогия институттарында уҡыған (1950—55). Өфө юғары партия мәктәбен (1959), КПСС ҮК эргәһендәге Ижтимағи фәндәр академияһын (Мәскәү ҡ., 1968) тамамлаған. 1944 й. алып Әбйәлил районы мәктәптәрендә уҡыта; 1953—55 йй. һәм 1959—65 йй. “Совет Башҡортостаны” гәзитендә эшләй: 1960 й. башлап бүлек мөдире, 1962—65 йй. — баш мөхәррир урынбаҫары. 1968 й. алып ӨДСИ‑лә марксизм-ленинизм кафедраһы мөдире, 1988 й. – ректор, 2000 й. — фәлсәфә һәм тарих кафедраһы, 2010—15 йй. гуманитар һәм социаль фәндәр кафедраһы мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге башҡорт әҙәбиәте тарихының теоретик аспекттарына, башҡорт традицион музыка сәнғәте үҫешенә, башҡорт мәҙәниәтенең Евразияның башҡа этномәҙәниәттәре менән үҙ-ара мөнәсәбәтенә, дәүләт теле һәм әҙәби тел булараҡ хәҙ. башҡорт теле мәсьәләләренә, театрға һ.б. арналған. “Ағиҙел ҡайҙан башлана?” (1997), “Дәүерҙәр һулышы” (2003), “Тарих хәҡиҡәте” (2008) һ.б. китаптар авторы. Рәсәй мәҙәниәт фондының Башҡортостан филиалы Президиумы (1991—2012), БР фольклоры фонды (1992—2000) рәйесе, Халыҡ‑ара Төрки академияһының вице-президенты (1997 й. алып). К.Ә.Әхмәтйәнов исемендәге премия лауреаты (2003). Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2018).

Хеҙм.: Башҡорт теле: дәүләт теленән әҙәби телгә. Өфө, 2013; Дәүләт теле: цивилизациялы һәм милли беришлек. Өфө, 2013; Театрҙың шиңмәҫ шишмәһе. Сәхнә күрке — туған тел. Өфө, 2013.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

 

Т.Ә.Килмөхәмәтов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.02.2022
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр:
0