Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НӘСИБУЛЛИН Руслан Рафиҡ улы

Просмотров: 1226

НӘСИБУЛЛИН Руслан Рафиҡ улы (2.3.1981, Верхотурье ҡ.), спортсы. Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2003), фехтование буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2004), Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2021). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2005). Урал физик культура академияһын тамамлаған (2004). 19‑сы СДЮШОР (Өфө ҡ.) тәрбиәләнеүсеһе, 1998—2010 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе, бер үк ваҡытта 1999—2011 йй. Уҡыу‑күнекмәләр үҙәге №464 өсөн сығыш яһай (тренерҙары Ә.К.Ибраһимов, Д.Ф.Сәйфетдинов). Команда зачётында Олимпия уйындарының бронза призёры (2004). Шәхси зачётта Донъя кубогы этабында еңеүсе (2003), Рәсәй чемпионы (2001, 2003—04, 2009), Рәсәй чемпионаттарының бронза призёры (2000, 2005, 2008), хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең (2003) һәм Рәсәй Ҡораллы көстәренең (2002) Бөтә донъя уйындары еңеүсеһе; команда зачётында Европа һәм Рәсәй чемпионы, Рәсәй кубогын яулаусы (бөтәһе лә — 2004), Европа чемпионатының бронза призёры (2003), хәрби хеҙмәткәрҙәр араһында донъя чемпионы (2002). Үҫмер спортсылар араһында Рәсәй чемпионы (1999—2000), Европа чемпионаттарының көмөш (1999) һәм бронза (2000) призёры. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2000—10). 2011 й. алып Рәсәй үҫмер спортсылар йыйылма командаһы тренеры, 2017 й. — Рәсәй ир‑егеттәр йыйылма командаһының өлкән тренеры. 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орденының миҙалы (2006), Салауат Юлаев ордены (2004) менән бүләкләнгән.  

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 30.09.2022