Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“НЕФТЕХИМИК”, спорт һарайы

Просмотров: 1089

“НЕФТЕХИМИК”, “С а л а в а т ‑ с п о р т с е р в и с” Я С Й ‑ н ы ң с п о р т һ а р а й ы. Салауат ҡ. урынлашҡан. 1972 й. Салауат нефтехимия комб‑ты (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) тарафынан төҙөлә, 2007 й. алып хәҙ. статуста. 2010—12 йй. реконструкция үткәрелә. Трибуналы (1000 урынлыҡ) универсал спорт залы (68×44 м), акробатика (36×24 м), көрәш (42×24 м), теннис (44×38 м), өҫтәл теннисы (44×24 м), ауыр атлетика (36×18 м), фитнес (24×12 м), тренажёр (36×12 м) залдары, ҡаяға үрмәләү майҙаны, кафе һ.б. бар. “Н.” базаһында акробатика, баскетбол, волейбол, дзюдо, киокусинкай каратэһы, өҫтәл теннисы, ҡаяға үрмәләү спорты, теннис, ауыр атлетика, футбол, художестволы гимнастика һ.б. секциялар эшләп килә. “Н.” СССР химия сәнәғәте эшселәренең спартакиадаһы (1991), ҡышҡы полиатлон б‑са донъя чемпионаты (2002), өҫтәл теннисы б‑са Рәсәй беренселектәре (2008—09), РФ‑тың контроль‑иҫәп органдары араһында бадминтон б‑са Рәсәй чемпионаты (2012), билбау көрәше б‑са донъя чемпионаты һәм ҡыҙҙар араһында И.С.Ярыгин иҫтәлегенә уҙғарылған ирекле бәйге б‑са Бөтә Рәсәй турниры уҙғарыла (икеһе лә — 2013).  

К.М.Устимов

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

“Салаватспортсервис” ЯСЙ‑ның “Нефтехимик” спорт һарайы

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019