Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“НЕФТСЕ”, стадион (Ишембай ҡ.)

Просмотров: 1103

“НЕФТСЕ”, стадион. Ишембай ҡ. урынлашҡан. 1940 й. ҡала стадионы булараҡ асыла, 1947 й. алып “Ишимбайнефть” НГДУһының “Н.” стадионы, 2000 й. — муниц. ойошма. Футбол майҙаны (105×68 м), еңел атлетика өсөн йүгереү юлы (400 м), бейеклеккәһәм оҙонлоҡҡа һикереү, диск һәм һөңгө ырғытыу, йәҙрә ташлау секторҙары, трибуналар (5 мең урынлыҡ), спорт залы (18×9 м), баскетбол, волейбол, бура һуғыу, хоккей майҙансыҡтары һ.б. бар. “Н.” базаһында баскетбол, волейбол, еңел атлетика, өҫтәл теннисы, футбол бүлектәре, бура һуғыу спорты секцияһы булған 2 ДЮСШ эшләй. 2012 й. инвалидтар һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн Адаптив физик культура һәм спорт үҙәге асыла. Стадионда пртие һәм ойошмаларҙың физик культура коллектив тары (1987) һәм үҫмерҙәр (1992—94) араһында футбол бса Рәсәй беренселектәре үткәрелә

И.В.Капошко

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019