НИКИШИН Сергей Михайлович
НИКИШИН Сергей Михайлович (24.7.1958, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Языков а.), спортсы. Конькиҙа шыуыу спорты б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1978). Шорт-трек б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1992) һәм бөтә Союз категориялы судья (1990). ӨНИ‑не (1982), Үҙәк физик культура ин‑тының Юғары тренерҙар мәктәбен (Мәскәү, 1990), Мәскәү иҡт., статистика һәм мәғлүмәт ун‑тын (2003) тамамлаған. “Хеҙмәт” ДСО‑һының ДЮСШ (Өфө; тренеры О.И.Семенец), “Буревестник” ДСО‑һы (Өфө; тренерҙары А.Т.Ғәйнетдинов, Р.М.Әхмәтйәнов) тәрбиәләнеүсеһе. 1000 һәм 1500 м йүгереү б‑са СССР (1979), РСФСР (1980—81) һәм РСФСР халыҡтары спартакиадаһы (1982) чемп., Австрияла, Германияла һәм Италияла (бөтәһе лә — 1981—83), С.М.Киров иҫтәлегенә (Киров ҡ., 1984) халыҡ‑ара ярыштар еңеүсеһе. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1980—84). 1986—88 йй. шорт‑трек б‑са Белорус ССР‑ы йыйылма командаһы, 1989—93 йй. “Рәсәй” профсоюздар физкультура‑спорт йәмғиәтенең (Мәскәү) баш тренеры. Рәсәйҙең конькиҙа шыуыу спорты б‑са Ветерандар союзы президенты (2004—08).
Тәрж. Ғ.Р.Бердина