Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛОССИЕВСКИЙ Михаил Владимирович

Просмотров: 1213

ЛОССИЕВСКИЙ Михаил Владимирович (яҡынса 1850—1884), тыуған яҡты өйрәнеүсе, этнограф. В.С. Лосиевскийҙың улы. Хеҙмәттәре башҡ. халҡының фольклорына, этнографияһына һәм тарихына арналған. Легендалар, хикәйәттәр, йырҙар, риүәйәттәр һ.б. йыйыу һәм тасуирлау м‑н шөғөлләнгән. Л. “Оренбургский листок” (“Ырымбур листогы”) гәз. башҡорттарҙыңай т‑да хикәйәте нигеҙендә яҙылған “Ай тураһында башҡорт риүәйәте” (“Башкирская легенда о месяце”; 1876, 24‑се һан), “Юрматы ырыуы шәжәрәһен” үҙ эсенә алған “Баҫтырылмаған ғәрәп һәм татар йылъяҙмаларынан” (“Из неизданных арабских и татарских хроник”; 1881) хеҙмәттәре нәшер ителә; “Волжско-Камское слово” (“Волга-Кама һүҙе”) гәз. “Пугачёв бригадиры Салауат һәм Фариза” (“Пугачёвский бригадир Салават и Фариза”; 1882, 221‑се һан) мәҡәләһе донъя күрә. Өфө губерна статистика комитетының тулы хоҡуҡлы ағзаһы. Рус география йәмғиәте ағзаһы.

Хеҙм.: Кое-что о Башкирии и башкирах в их прошлом и настоящем. Уфа, 1903; Пугачёвский бригадир, певец и импровизатор //Наш Салават. Уфа, 1982.

Әҙәб.: Янгузин Р.З. История изучения этнографии башкир. Уфа, 2000.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019