Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НОЛЬДЕ Борис Эммануилович

Просмотров: 715

НОЛЬДЕ Борис Эммануилович (14.12. 1876, С.‑Петербург — 28.5.1948, Лозанна ҡ., Швейцария), юрист, тарихсы. Дворяндарҙан. Петербург ун‑тының юридик ф‑тын тамамлаған (1897). 1919 й. алып эмиграцияла. Фәнни хеҙмәттәре халыҡ-ара хоҡуҡҡа һәм Рәсәй дипломатияһы тарихына арналған. “La formation de l"empire Russe” (1‑се т., 1952; “Рәсәй империяһының барлыҡҡа килеүе”) тигән китабында Башҡортостанды колониялаштырыу, башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.), тау сәнәғәте үҫеше һәм 17—18 бб. Уралды индустриялаштырыу, Рәсәйҙә ер сәйәсәте тарихын, башҡорттарҙың хужалығын өйрәнә. Сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Усмирение Башкирии //Ватандаш. 2000. №2; Промышленное освоение Урала //Шунда уҡ. 2003. №8.

Әҙәб.: С т а р о д у б ц е в Г.С. Международно-правовая наука российской эмиграции. М., 2000.  

И.В.Кучумов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019