Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НАҘЫ-ПЕТРОВСК ЗАВОДЫ

Просмотров: 1106

НАҘЫ-ПЕТРОВСК ЗАВОДЫ, 1747 й. Наҙы й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында Себер даруғаһының Әйле, Ҡара-Табын, Ҡатай улустары башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә П.И.Осокин (ҡара: Осокиндар) тарафынан суйын иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Осокин, 1751 й. алып бер туған Мосоловтарҙың компанияһы, 1760 й. — И.П.Мосолов, 1762 й. — Я.С.Петров һәм М.С.Мясников (ҡара: Мясниковтар), 1779 й. — П.К.Хлебников, 1809 й. — Л.И. Расторгуев һәм уның вариҫтары, 1900 й. — Ҡыштым тау заводтары йәмғиәте; 1917 й. һуң национализациялана (ҡара: Национализациялау). Ҡыштым тау округына ингән. 1749 й. эшләй башлай. Домна мейесе, 16 крица горны, 8 сүкеше; 1770 й. домна мейесе, 12 горны, 8 сүкеше; 1797 й. домна мейесе, 1 йәмшәйтеү һәм 16 крица горны, 1 йәмшәйтеү һәм 8 крица сүкеше; 19 б. башында 7 табаҡлы тимер һәм 4 тишеү мейесе, 34 контуаз систе‑ малы горны һәм 23 сүкеше (1845 й. башлап — 29 сүкеш), 1 ҡырҡыу-йәмшәйтеү һәм 7 табаҡлы тимер станы; 1850—60 йй. — иретеү мейесе, 24 крица сүкеше, 2 пар машинаһы; 1883 й. һалҡын һауа өрҙөрөлгән домна мейесе, 13 йылытыу мейесе, суйын ҡойоу мейесе, 26 крица һәм 17 тимерлек горны, 24 сүкеше (8 пар сүкеше), 9 прокат станы, һауа өрҙөрөү машинаһы һәм 2 пар машинаһы; 19 б. аҙ. 22 мейесе (2 домна, 2 йәбештереү, 5 пудлингылау, 6 ҡыҙҙырыу, 6 тишеү, 1 иретеү), 10 крица горны, 11 пар сүкеше, 10 прокат станы, 2 һауа йылытыу аппараты һәм 2 һауа өрҙөрөү машинаһы була. 18 б. — 435 мең дисәтинәнән ашыу, 19 б. уртаһында 216 мең дисәтинә ер биләй. 1797 й. заводта — 364 мастеровой һәм эшсе кеше; 19 б. уртаһында 737 алпауыт крәҫтиәне (шуларҙың 532‑һе завод эштәрендә ҡатнашҡан) иҫәпләнә. 1810—99 йй. йылына уртаса 233,2 мең бот суйын һәм 139,1 мең бот тимер етештерелә, макс. етештереүсәнлек — 805,6 (1900) һәм 728,4 (1910) мең бот тәшкил итә. 1759—62 йй., 1914—17 йй. завод эшләмәй. 19 б. 60‑сы йй. башында тимер иретеүҙең контуаз ысулы индерелә, 80—90‑сы йй. һыу тәгәрмәстәре гидротурбиналар м‑н алмаштырыла, мәғдән яндырыу мейестәре төҙөлә, пудлингылау, 20 б. башында мартен производствоһы индерелә. 1848 й. Н.‑П.з. эргәһендә ярҙамсы Түб. Наҙы-Петровск з‑ды асыла, 1914 й. ябыла. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) ваҡытында завод халҡының бер өлөшө баш күтәреүселәр яғына сыға. 1774 й. завод яндырыла, 1776 й. тергеҙелә. Хәҙ. завод ҡасабаһы урынында Силәбе өлк. Наҙыпетровск ҡ. урынлашҡан.

Әҙәб.: П а в л е н к о Н.И. История металлургии в России XVIII века. Заводы и заводо‑владельцы. М., 1962. 

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 23.08.2023