Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“АВТОНОМИЯЛЫ БАШҠОРТ СОВЕТ СОЦИАЛИСТИК РЕСПУБЛИКАҺЫ СИКТӘРЕН КИҢӘЙТЕҮ ТУРАҺЫНДА”

Просмотров: 1993

“АВТОНОМИЯЛЫ БАШҠОРТ СОВЕТ СОЦИАЛИСТИК РЕСПУБЛИКАҺЫ СИКТӘРЕН КИҢӘЙТЕҮ ТУРАҺЫНДА” (“О расширении границ Автономной Башкирской Социалистической Советской Республики”), Оло Башҡортостан сиктәрен юридик яҡтан нығытыу т‑дағы 1922 й. 14 июнендәге Бөтә Рәсәй ҮБК декреты. Документҡа ярашлы Өфө губернаһы бөтөрөлә; Бәләкәй Башҡортостанға Өфө губ. Өфө өйәҙе, Бөрө өйәҙе, Бәләбәй өйәҙе, Златоуст өйәҙе, Мейәс ҡ. м‑н бергә Мейәс улусы, Һарыстан, Түргеяҡ улустары, Силәбе губернаһының Кесе Ҡыҙыл й. буйлап Таш Йырындар һәм Магнит тауы янындағы ерҙәр ҡушыла; Ялан кантоны Силәбе губ. бирелә; баш ҡала Стәрлетамаҡтан Өфөгә күсерелә. Бәхәсле мәсьәләләрҙе хәл итеү Эске эштәр ХК‑на һәм Милләттәр эштәре б‑са ХК‑ға тапшырыла. Декрет ҡабул ителгәндән һуң БАССР терр‑яһы киңәйә, халыҡ һаны һәм иҡт. ҡеүәте арта. Шулай уҡ ҡара: Административ‑территориаль ҡоролош.

Әҙәб.: Образование Башкирской Автономной Советской Социалистической Республики: сб. док. и материалов. Уфа, 1959; Касимов С.Ф. Автономия Башкортостана: становление национальной государственности башкирского народа (1917—1925 гг.). Уфа, 1997.

С.Ф.Ҡасимов

Тәрж. С.М.Рәхимова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019