Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“АВТОНОМИЯЛЫ СОВЕТ БАШҠОРТ РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ ДӘҮЛӘТ ҠОРОЛОШО ТУРАҺЫНДА”

Просмотров: 2049

“АВТОНОМИЯЛЫ СОВЕТ БАШҠОРТ РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ ДӘҮЛӘТ ҠОРОЛОШО ТУРАҺЫНДА” (“О государственном устройстве Автономной Советской Башкирской Республики”), респ. РСФСР составындағы хоҡуҡи хәлен билдәләү т‑дағы РСФСР Бөтә Рәсәй ҮБК һәм ХКС‑ының 1920 й. 19 майындағы декреты. Документ б‑са АСБР‑ҙа дәүләт власы аппараты РСФСР Конституцияһына ярашлы урындағы Советтар, Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты һәм ХКС‑тан төҙөлә. АСБР эштәре м‑н идара итеү өсөн эске эштәр, юстиция, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, соц. тәьминәт, игенселек ХК‑лары булдырыла, улар үҙ аллы эш итә һәм Башҡ‑н үҙәк башҡарма ком‑ты алдында яуап тота. Аҙыҡ-түлек, финанс ХК‑лары, хеҙмәт һәм бәйләнеш юлдары бүлеге булған ХХС, эшсе‑крәҫтиән инспекциялары һәм Эске эштәр ХК эргәһендәге Почталар һәм телеграфтар идаралығы РСФСР‑ҙың тейешле ХК буйһоноуында ҡалдырыла; сит ил эштәре һәм тышҡы сауҙа, контрреволюция м‑н көрәш РСФСР‑ҙың үҙәк органдары ҡарамағында, хәрби эштәр Волга аръяғы округ хәрби комиссариатына буйһонған Башҡ‑н хәрби комиссариаты ҡарамағында була. АСБР финанс һәм техник саралар м‑н РСФСР-ҙың дөйөм сараларынан тәьмин ителә. Декрет ҡабул ителеү м‑н Башҡ. респ. ғәмәлдә 1919 й. 20 мартындағы “Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү” гарантиялаған сәйәси һәм иҡт. суверенитеттан мәхрүм ителә.

Әҙәб.:Автономиялы Башҡорт Совет Социалистик Республикаһы сиктәрен киңәйтеү тураһында” мәҡ. ҡарағыҙ.

С.Ф.Ҡасимов

Тәрж. Ә.Ф.Ҡарағужина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019