Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӨСЛИМ ХОҘАЙБИРҘИН

Просмотров: 618

МӨСЛИМ ХОҘАЙБИРҘИН, башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Ҡазан даруғаһының Ҡаңлы улусы Ҡалтай а. (хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны) мишәре. Шул уҡ даруғаның баш мишәр старшинаһы.1735 й. Ур й. тамағына Ырымбур экспедицияһы (1734—44) походында мишәрҙәр отрядына (500 кеше) етәкселек итә. 1736 й. апр.—майында М.Х. отряды Яҡуп Чинмурзин м‑н берлектә Төлкөсура Алдағолов отрядына, июндә капитан Голчин командаһы м‑н — Себер даруғаһының Танып улусы Боғҙан а. (БР‑ҙың Балтас р‑ны) янында баш күтәреүселәргә ҡаршы һуғыша. Властарға Йосоп Арыҡов, Ҡотоҡай, Төлкөсура Алдағоловһ.б. эше т‑да хәбәр еткереп тора. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Р.И.Янғуразов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019