Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАНСУРОВА Любовь Ильинична

Просмотров: 1006

МАНСУРОВА Любовь Ильинична  (13.12.1929, Бәләбәй ҡ.), агроном.  А.х. ф. д‑ры (1991), проф. (1993).  РФ‑тың атҡ. агрономы (2006).  И.В.Мичурин  ис. йәшелсә‑емеш  ин‑тын тамамлағандан һуң (Мичуринск  ҡ., 1952) Респ. йәш натуралистар  ст. (Өфө) эшләй. 1954 й.  алып БНИИСХ‑ла: өлкән ғилми  хеҙм‑р, 1966 й. — бүлек мөдире,  1971 й. — БДАУ‑ҙа. 1995—2010 йй.  Һамар а.х. акад. (Кинәле ҡ.). Фәнни  тикшеренеүҙәре йәшелсә культуралары  селекцияһына, орлоҡсолоғона  һәм уларҙы үҫтереү технологияларын  эшләүгә арналған. М. тарафынан  башлы һуғандың Иглинский  1 сорты  сығарыла, һуғанды үҫтереү технологияһы  камиллаштырыла һәм БР‑ҙың  а.х. индерелә. 200‑ҙән ашыу фәнни  хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы. 

Х е ҙ м.: Выращивание овощных культур  в Башкирии. Уфа, 1976 (авторҙ.); Лук репчатый  в Башкирии. Уфа, 1988; Практикум по  овощеводству. М., 2006 (авторҙ.).  

 Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019