Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАНЬКОВ Кирилл Терентьевич

Просмотров: 718

МАНЬКОВ Кирилл Терентьевич  (30.3.1893, Һамар губ. — 19.6.1979,  Өфө), иҡтисадсы. А.х. ф. д‑ры һәм  проф. (1946). БАССР‑ҙың атҡ. фән  эшмәкәре (1950), СССР‑ҙың соц.  а.х. отличнигы (1970). 1‑се МДУ‑ны  тамамлаған (1923). 1938—77 йй.  БАХИ‑ла эшләй: 1957 й. тиклем иҡтисад  һәм соц. а.х. пр‑тиеларын ойоштороу  каф. мөдире, бер үк ваҡытта  1940—45 йй. дир. урынбаҫары.  Фәнни  хеҙмәттәре а.х. тармаҡтарын  урынлаштырыу  ысулын камиллаштырыу  нигеҙендә а.х. етештереүсәнлек  ҡеүәтен  арттырыу, производствоны  махсуслаштырыу, һарыҡсылыҡты  ойоштороу мәсьәләләренә арналған.  М. етәкс. колхоздарҙа, совхоздарҙамашина‑трактор станцияларында  ойоштороуҙы яҡшыртыу һәм хеҙмәт  етештереүсәнлеген күтәреү б‑са тәҡдимдәр  индерелгән. М. ҡатнашлығында  БАССР‑ҙа шәкәр һәм спирт  етештереү өсөн сеймал зоналарын  булдырыу б‑са проекттар эшләнгән.  80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.  Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949), “Почёт  Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән. 

Х е ҙ м.: Экономика и организация уплотнённых  окотов овец. Уфа, 1947; Проектирование  сочетания отраслей в колхозах Башкирии.  Уфа, 1952 (авторҙ.); Методика проектирования  специализации и сочетания отраслей  в совхозе. Уфа, 1961 (авторҙ.).

 

Л.Х.Тажетдинова, О.И.Щепанский

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019