Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАШКИН Фёдор Иванович

Просмотров: 880

МАШКИН Фёдор Иванович [19.2. 1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Шестопаловка а. (БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны) — 6.3.2002, Стәрлетамаҡ ҡ.], совет партия‑дәүләт эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1981). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1952) Өфө р‑нының “Шемәк” с‑зы зоотехнигы, 1953 й. алып БАССР‑ҙың Ауыл хужалығы һәм әҙерләүҙәр министрлыБ__ғының өлкән зоотехнигы, 1954 й. — ВЛКСМ‑дың Башҡ‑н өлкә ком‑тында бүлек мөдире урынбаҫары, 1956 й. — КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑тында эшләй (1960 й. башлап а.х. бүлеге мөдире урынбаҫары). 1962 й. алып Стәрлетамаҡ терр. производство колхоз‑совхоз идаралығы нач., 1965— 91 йй. КПСС‑тың Стәрлетамаҡ район ком‑тының 1‑се секретары. М. етәкс. Стәрлетамаҡ р‑нында уртаса йыллыҡ иген етештереү 42%‑ҡа, көнбағыш (орлоҡ) — 25, картуф — 30, йәшелсә 96%‑ҡа арта (1976— 80). БАССР ЮС‑ының 6—11‑се, БР ЮС‑ының 12‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1973, 1981), Окт. Революцияһы (1976), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1971) орд. м‑н бүләкләнгән. М. исеме м‑н Түрешле а. АХПК, урам аталған, Рощинский а. уның исемендәге майҙанда һәйкәл ҡуйылған (бөтәһе лә — Стәрлетамаҡ р‑ны).

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019